Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАБДРАХМАНОВ Нурфаяз Хәбибрахман улы

Просмотров: 1319

ҒАБДРАХМАНОВ Нурфаяз Хәбибрахман улы (5.8.1948, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Мулла-Ҡамыш а.), инженер-нефтсе. Техник ф. д‑ры (2005). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1978). 1971 й. “Октябрьскнефть” НГДУ‑һында эшләй. 1972—79 йй. һәм 1980 й. алып “Туймазанефть” НГДУ‑һында: 1986 й. башлап цех нач., 1994 й. — баш инженер, 1999 й. — нач., 2002 й. — дир., бер үк ваҡытта 2001 й. “Башнефть” АНК‑ның Директорҙар советы рәйесе; 2007 й. алып “Спецнефтеком” ЯАЙ (Өфө) дир., бер үк ваҡытта 2013 й. башлап ӨДНТУ‑ла уҡыта. 1979—80 йй. “Джалильнефть” НГДУ‑һында (ТР) эшләй. Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарға һыу тулған шарттарҙа нефть сығарыу технологияһын камиллаштырыуға, нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙең һуңғы стадияларында түбән дебитлы скважиналар файҙаланыуға бәйле. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт йыйылышының 2‑се һәм 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Хеҙм.: Бурение и эксплуатация скважин с боковыми стволами. Уфа, 2000 (авторҙ.); Эксплуатация малодебитных скважин Туймазинского нефтяного месторождения. СПб., 2004.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.11.2019
Связанные темы рубрикатора: