Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЙНАНОВ Адонис Ғарифйән улы

Просмотров: 1213

ҒӘЙНАНОВ Адонис Ғарифйән улы [27.1.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан районы) — 20.1.2012, Мәскәү ҡ.], геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1976), профессор (1978). СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1987). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1949) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге океандағы ер ҡабығының тәрәндәге төҙөлөшөн өйрәнеүгә, акваториялар төбөндәге файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын прогнозлауға арналған. Ғ. етәкселегендә Тымыҡ, Атлантик һәм Һинд океандары тектоносфераларының ҡалынлыҡ карталары һәм тығыҙлыҡ моделдәре төҙөлгән. Ғ. ҡатнашлығында Атлантик океандағы гравитация ҡырының көҙгөләгесә локаль симметрияһы күренеше асылған. М.В.Ломоносов исемендәге премия лауреаты (2003).

  Х е ҙ м.: Гравиметрические исследования земной коры океанов. М., 1980; Морская гравиразведка. М., 1991 (авторҙ.).

  Әҙәб.: Гайнанов Адонис Гарифьянович (60 лет со дня рождения) //Вестник Московского государственного университета. Серия: Геология. 1987. №3.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022
Связанные темы рубрикатора: