ГАЛЕНИТ
ГАЛЕНИТ (латинсанан galena — ҡурғаш мәғдәне), ҡ у р ғ а ш я л т ы р а у ы ғ ы, сульфидтар класы минералы, PbS. Көмөш, баҡыр, цинк, висмут, тимер, мышаяҡ, һөрмә, молибден, һирәгерәк марганец, уран һ.б. ҡушылмаларҙан тора. Кристалдары куб, куб-октаэдр, октаэдр, һирәгерәк өс октаэдр, һөлдә рәүешендә. Агрегаттары бөртөклө, друзалар. Төҫө ҡурғаштай һоро, һорғолт ҡара һыҙыҡлы, металл ялтырауыҡлы. Ҡатылығы 2—3, тығыҙлығы 7400—7600 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Полиметалл мәғдәндәрҙә, пегматиттарҙа, скарналарҙа, вулканик бүленделәрҙә, ултырма тоҡомдарҙа була. Г. ҡурғаш алыу өсөн сеймал булып тора. БР‑ҙа күп булмаған миҡдарҙа баҡыр колчеданы ятҡылығы мәғдәндәрендә, баритлы, кварцлы юлаҡтарҙа, карбонат тоҡомдарында һәм 7—8%‑ҡа тиклем алтын-полиметалл мәғдәндәре ятҡылыҡтарында (Муртыҡты) осрай.
Г.Н.Пшеничный
Тәрж. Э.М.Юлбарисов