Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИУЛЛИН Заһиҙулла Талип улы

Просмотров: 1028

ҒӘЛИУЛЛИН Заһиҙулла Талип улы [26.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Урсай а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 28.3.2016, Мәскәү өлкәһе Развилка ҡсб], инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1970), профессор (1974). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1974). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) 1958 й. тиклем Башҡортостан нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй. 1961 й. алып И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр; 1962 й. башлап “НИИ природных газов и газовых технологий — Газпром ВНИИГАЗ” ЯСЙ‑нда (Мәскәү ҡ.): өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1967 й. алып һәм 2002 й. — бүлек начальнигы, 1977 й. — институт директорының 1‑се урынбаҫары, 1994 й. — “Газ транспорты” бүлеге директоры, 2004 й. — баш ғилми хеҙмәткәр. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге газдың магистраль транспорты проблемаларына, юғары һөҙөмтәле газ транспорты системаларын төҙөүгә арналған. Ғ. етәкселегендә магистраль газ торбаларын гидравлика һәм йылылыҡ ярҙамында иҫәпләүҙең теоретик нигеҙҙәре, технологик проектлау нормалары эшләнгән. И.М.Губкин исемендәге премия лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1974).

  Х е ҙ м.: Внутренние покрытия труб на магистральных газопроводах. М., 2006 (авторҙ.); Нестационарные (переходные) тепловые и гидравлические режимы магистральных газопроводов, проложенных в многолетнемерзлых грунтах: обзор. информ. М., 2009 (авторҙ.); Развитие научных исследований, техники и технологий в области трубопроводного транспорта газа. М., 2009.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2022
Связанные темы рубрикатора: