Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы

Просмотров: 1918

ҒӘЛЛӘМОВ Мөнир Нафиҡ улы (26.10.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Собханғол а., хәҙер БР‑ҙың Туймазы районы Иҫке Собханғол а. — 15.9.2021, Өфө ҡ.), нефтсе‑инженер. Техник фәндәр кандидаты (1972). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1988), РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1995), БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) “Октябрьскнефть” нефть промыслаһы идаралығында эшләй, 1960 й. алып “Чекмагушнефть” НГДУ‑һының баш инженеры, 1966 й. — “Башнефть” берекмәһендә; 1984— 2002 йй. Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтында (1998 й. тиклем директор). Фәнни-производство эшмәкәрлеге ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу ысулдарын, нефть һәм газды бер торба системаһы аша йыйыуҙы, нефть промыслаларын йыһазландырыуҙа стандарт блок ҡорамалдарын ҡулланыуҙы практикаға индереү менән бәйле. И.М.Губкин исемендәге премия лауреаты (1989). Октябрь Революцияһы (1981), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1970, 1976), “Почёт Билдәһе” (1966) ордендары менән бүләкләнгән.

  Х е ҙ м.: Повышение эффективности эксплуатации нефтяных скважин на поздней стадии разработки месторождений. М., 1978 (авторҙ.); Применение ЭВМ в добыче нефти. М., 1982 (авторҙ.).

 

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022
Связанные темы рубрикатора: