Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘНИЕВ Ирек Ғиләжетдин улы

Просмотров: 1019

ҒӘНИЕВ Ирек Ғиләжетдин улы (22.7.1933, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1973). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1982). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1957) МДУ‑ның Үҙәк Ҡаҙағстан экспедицияһында, 1962 й. алып 2609‑сы почта йәшниге предприятиеһында эшләй: лаборатория мөдире, баш инженер, начальник урынбаҫары. 1970 й. башлап Бөтә Рәсәй минераль сеймал ҒТИ-ның бүлек мөдире, 1976—2003 йй. РФА Литосфера институтының (икеһе лә — Мәскәү ҡ.), бер үк ваҡытта 1993 й. алып ТР‑ҙың Юғары технологиялар һәм инвестициялар үҙәгенең (Ҡазан ҡ.) генераль директоры; 2003 й. башлап “Кремлде тәьмин итеүселәр гильдияһы” ЯСЙ-ның Күҙәтеү Советы ағзаһы. Фәнни тикшеренеүҙәре геохимия һәм минералогия проблемаларына арналған. Ғ. етәкселегендә ҡатмарлы тәбиғи эретмәләрҙә минераль матдәләрҙең берлектәге миграцияһының физик‑химик моделе эшләнә, кристалдар (кварц һәм корунд миҫалында) структураһы камиллығының уларҙың синтезының термодинамик шарттарына бәйле булыуы өйрәнелә, гидротермаль эретмәләрҙе тикшереү приборҙары эшләнә.

  Х е ҙ м.: Рудные ресурсы и их размещение по геоэпохам. М., 1994—1996 (авторҙ.).

В.Д.Зюзгина

Тәрж. Э.М.Юлбарисов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022
Связанные темы рубрикатора: