Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВЕГЕТАТИВ ҮРСЕҮ

Просмотров: 1147

 ВЕГЕТАТИВ ҮРСЕҮ, күп күҙәнәкле организмдарҙың (үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең, хайуандарҙың) енесһеҙ үрсеү ысулдарының береһе, был осраҡта яңы заттар инә организмдың бүленгән өлөштәренән үҫешә. В.ү. ш. уҡ клонлаштырыу тип атала: бүлендек организмдар инә организмдың генетик күсермәһе (клоны) булып тора. Хайуандарҙа В.ү. бүленеү (аҙ төклө селәүсендәр, турбелляриялар һ.б.) йәки бөрөләнеү (болоттар, эсәкҡыуышлылар, ҡайһы бер инфузориялар, балдаҡлы селәүсендәр, бүздәктәр һ.б.), бәшмәктәрҙә, лишайниктарҙа һәм ылымыҡтарҙа талломдың махсуслашмаған өлөштәренең бүленеү йәки махсуслашҡан ҡатламдарҙың (сфацелярияла үрсеү бөрөләре, хара ылымыҡтарында төйөрсәләр; бәшмәктәрҙә оидиялар, хламидоспоралар; лишайниктарҙа изидиялар һәм соредиялар) үҫеү юлы м‑н тормошҡа ашырыла. Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә махсуслашмаған һәм махсуслашҡан В.ү. айырып йөрөтөлә. Махсуслашмаған В.ү. протонеманың йәки ҡатлансыҡтың (мүк һымаҡтарҙа) сереүе, ер өҫтөндәге йәйелгән һәм түшәлгән үренделәрҙең (көкөрт үләне һымаҡтарҙа, яланғас орлоҡлоларҙа һәм сәскәле үҫемлектәрҙә) һәм эпигеоген тамырһабаҡтарҙың (абаға һымаҡтарҙа һәм ҡыҫыр сәскә, тайтояҡ, эттабан һ.б. заттарға ҡараған сәскәле үҫемлектәрҙә) айырым бер өлөшөнөң тарҡалыуы һөҙөмтәһендә инә организмдың 2 йәки күберәк бүлендек затҡа айырылыуы м‑н тормошҡа ашырыла. Махсуслашҡан В.ү. — инә организмдан үҫешкән бүлендек заттарҙың йәки уларҙың яралғыһының: үрсеү бөрөләренең (бауыр мүге төрҙәре, Ирәмәл ҡымыҙлығы, яҙғы ҡарлуғас үләне һ.б.), гипогеоген тамырһабаҡтарының (астра, бесәй үләне, флокс һ.б.), бүлбеләренең (картуф), тамырбүлбеләренең (айыутабан, георгин, ерек ҡураһы һ.б.), тамыр үренделәренең (билсән, сейә, уҫаҡ һ.б.), һуғанбаштарҙың (ләлә, тюльпан, һуған һ.б.), ер өҫтөндәге йәйелгән үренделәренең — һабаҡтары, мыйыҡтары (клевер, ҡаҙ үләне, ҡайын еләге) бүленеүе. Күпселек тамырһабаҡлы һәм үренте тамырлы үҫемлектәрҙә В.ү. — йыл һайын, һуғанбашлы һәм бүлбелеләрҙә — йыл һайын йәки 2—3 йылға 1 тапҡыр, оҙаҡ ваҡыт һаҡланған ер аҫты үренделе күп йыллыҡ үҫемлектәрҙә бер нисә йылға 1 тапҡыр була. Интенсив В.ү. эксплеренттарға, мәҫ., ҡый үләндәренә (йыуаш билсән, баҫыу эт эсәге, Вальдштейн һөтлөгәне, һары билсән, баҫыу ҡырҡбыуыны һ.б.) хас, был уларға яңы тереклек итеү урындарын тиҙ үҙләштерергә һәм тупраҡ эшкәртеү машиналары һәм ҡоралдарының даими тәьҫире шарттарында үҫергә мөмкинлек бирә. Үҫемлектәрҙең В.ү. һәләте ауыл хужалығында (бигерәк тә емешселектә) һәм урман хужалығында киң ҡулланыла. Башҡортостанда В.ү. ысулдары Аграр университетта һәм ғилми-тикшеренеү учреждениеларында эшләнә. Ботаника баҡса- институтында уҫаҡ (Р.К. Байбурина), карел ҡайыны (Н.В.Старова) гибридтарының микроклональ үрсеү ысулдары эшләнгән; Башҡортостандың Урал алды шарттарында бер нисә төр энәлектең (Р.В.Вафин), оранжерея шарттарында тропик һәм субтропик үҫемлектәрҙең (З.Н.Сөләймәнова) В.ү. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән; декоратив ҡыуаҡтарҙың һәм ылыҫлы үҫемлектәрҙең В.ү. ысулдары камиллаштырыла (Л.С.Никитина). Ауыл хужалығы институтында картуфтың (И.С.Мәрҙәншин), емеш культураларының (Т.Г.Дёмина, Н.В.Майстренко, М.Ғ.Әбдиева) В.ү. өйрәнелә. БДАУ‑ҙа емеш культураларының (Г.Ә.Мансуров), картуфтың (Д.А.Андрианов, А.Д.Андрианов), вирусһыҙ картуфтың һәм ҡайын еләгенең (Р.М.Хәйруллин), төшлө культураларҙың һәм ҡарағаттың (Н.И.Каргина) һ.б. В.ү. тикшерелә.

Л.Ғ.Наумова

Тәрж. Г.А.Миһранова



 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019