Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФИН-УҒЫР ХАЛЫҠТАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

Просмотров: 975

ФИН-УҒЫР ХАЛЫҠТАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, БР‑ҙа йәшәгән фин-уғыр халыҡтарының милли мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереүгә булышлыҡ итер өсөн ойошторолған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан була. 1993—2013 йй. эшләй. Фин-уғыр халыҡтарының Халыҡ-ара йәштәр ассоциацияһына ҡараған. Ассоциация тарафынан “Фольклорҙың бер ишлеген һаҡлау юлдары” (“Пути сохранения аутентичности фольклора”) респ. фәнни-ғәмәли конф. (Ҡалтасы р‑ны Ҡалтасы а., 1994), “Фин-уғыр халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте” (“История и культура финно-угорских народов”) семинары (Өфө, 1996), Фин-уғыр халыҡтары ижадының 2‑се төбәк-ара фестивале (Нефтекама ҡ., 1996), Фин-уғыр халыҡтары Халыҡ- ара консультатив ком‑ты ултырышы (Өфө, 2005) уҙғарыла. Ф.‑у.х.а. Тарту ун‑тында студент көндәрендә (Эстония, 1997), “Лидерлыҡ” Рәсәй программаһында (Көньяҡ Дакота штаты, АҠШ, 1999), Эстонияның туғандаш халыҡтары көндәрендә (Таллин, 2002), ИФУСКО‑ның студент фин-уғыр белгестәренең ХХIV Халыҡ-ара конф. (Хельсинки, 2008) һ.б. ҡатнашҡан. 1998 й. ассоциация тарафынан “Кастрена” (Финляндия) һәм “Ргули” (Венгрия) йәмғиәттәре вәкилдәре м‑н осрашыу, БР МК ҡарамағындағы Йәштәр эштәре б‑са идаралыҡ м‑н берлектә Фин-уғыр халыҡтарының халыҡ-ара йәштәр Советы ултырышы (Өфө, 1999) үткәрелгән. БР студенттарының Эстония (1993—2005), Венгрия (2002—2008) вуздарында белем алыуына булышлыҡ иткән.

Р.Р.Садиҡов, Л.М.Ярмингина

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019