Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРТ (“Татыулыҡ”)

Просмотров: 962

“БАРТ” (“Татыулыҡ”) Чечен ижтимағи-мәҙәни үҙәге, 1995 й. Башҡортостан һәм Чечен Респ. халыҡтары араһында тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: чечендарҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау, үҫеп килгән быуынды халыҡ традицияларына ярашлы тәрбиәләү. 1996 — 2002 йй. “Б.” чечен әсирлегенән Башҡортостан хәрбиҙәрен азат итеүҙә булышлыҡ итә, Чечен Респ. гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә ҡатнаша. Үҙәк башланғысы м‑н БР‑ҙа Чечен Респ. Дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сығышы (1998), Чечен‑Ингуш АССР‑ының атҡ. рәссамы А.А.Асухановтың “Сәнғәт аша татыулыҡҡа” тигән шәхси күргәҙмәһе (1999), Башҡортостанда йәшәгән чечендар мәҙәниәте көндәре (2009), Чечняға, СССР‑ҙың халыҡ артисы М.А.Эсамбаевтың тормошо һәм ижадына арналған фотокүргәҙмәләр (2010) һ.б. ойошторола.

Л.‑А.Х.Исраилов

Тәрж. З.Н.Алтынбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019