Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДИНИ ТӘҒЛИМӘТ

Просмотров: 1051

ДИНИ ТӘҒЛИМӘТ, теология, Алла, уның сифаттары, билдәләре һәм үҙенсәлектәре т‑дағы дини белемде нигеҙләү һәм яҡлау системаһы; догматиканың дөрөҫлөгөн күрһәтеүсе дәлилдәр, дини әхлаҡ, дин тотоусыларҙың һәм руханиҙарҙың теге йәки был дин м‑н билдәләнгән йәшәү ҡағиҙәләре һәм нормалары комплексы. Алланың асылы, ғәмәлдәре т‑да һәр дин үҙенең доктриналар һәм тәғлимәттәр системаһына эйә. Мәҫ., православие Д.т. апологетик (төп), догматик, әхлаҡи (ғәмәли), фашлаусы (сағыштырма), пастырь Д.т. бар. Православие Д.т. ҡайһы бер проблемалары Өфө епархияһы епископтары хеҙмәттәрендә сағылыш таба. Апологетик Д.т. м‑н — Никанор, сағыштырма м‑н — Антоний III, әхлаҡи һәм пастырь Д.т. м‑н Антоний III, Иустин, Пётр һ.б. шөғөлләнә. Исламда тәүге Д.т. мәктәптәре йәһүд һәм христиан теологтары йоғонтоһонда формалаша башлай. Д.т. фекере мосолман общинаһындағы юғары власть, инаныу, тәҡдир һәм ихтыяр ирке, Алла асылы һәм атрибуттары, фикһ мәсьәләләре б‑са киҫкен бәхәстәр барышында үҫә. Мосолмандар араһындағы идея айырымлыҡтары һөҙөмтәһендә 8 б. исламда 5 төп дини‑сәйәси ағым – харижиҙар, шиғиҙар (ҡара: Шиғисылыҡ), мөрджиһиҙәр, мөтәзилиҙәр һәм сөнниҙәр (ҡара:Сөнниселек) барлыҡ ҡа килә. Һәр береһе, үҙ тәғлимәтендәге теге йәки был фекерҙе яҡлап, башҡаларҙы хаталы яңылыҡ (биҙғәт) индереүҙә, “яңылышыуҙа” ғәйепләй. Хаҡ динлелек йәки яңылышлыҡ мәсьәләһе мосолман дине тәғлимәтендә үҙәк проблемаларҙың береһенә әйләнә. Сөнниселектә 8 б. аҙ. Суфыйсылыҡ барлыҡҡа килә, уның идеялары 18 б. аҙ. алып Урал‑Волга төбәгендә көсәйә башлай. Суфыйсылыҡ тәғлимәте М.Рәмзи, З.Х.Рәсүлев һ.б. хеҙмәттәрендә яҡтыртыла. 19 б. аҙ. башлап мосолман дине тәғлимәте мосолман халыҡтарының колониаль сәйәсәткә ҡаршы көрәше һәм төрлө идеологик йүнәлештәр м‑н бәхәсләшеү шарттарында үҫә (ҡара: Йәдитселек, Ҡәҙимселек, Панисламизм). Мосолман Д.т. ҡайһы бер мәсьәләләре М.Бигиев, С.Н.Бикбулатов, З.Камалетдинов, З.Ҡадири, Ғ.Ҡурсауи, Р.Ф.Фәхретдинов һ.б. тарафынан ҡарала.

Н.П.Зимина, Р.Үтәбай-Кәрими

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019