Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ

Просмотров: 895

БЕСӘЙ ҮЛӘНЕ (Valeriana), бесәй үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Көньяҡ һәм Төньяҡ Америкала, Евразияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: иҙел Б.ү., бүлбеле Б.ү., шифалы Б.ү., шикле Б.ү. Вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай йәки тармаҡлы, өҫкө өлөшө ҡыуыш, бейеклеге 30—150 см. Япрағы ишһеҙ‑теленмә, тамыр эргәһе һәм аҫҡы япрағы эре, һаплы; ҡалғандары — ултырма, һабаҡтың осона табан ваҡлана бара. Сәскәһе шәмәхә-ал, ал йәки аҡ, хуш еҫле, ваҡ, ҡалҡан сәскәлеккә йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — өлпөлө орлоҡса, июнь—авг. өлгөрә. Иҙел Б.ү. һыубаҫар болонда үҫә, шикле Б.ү. — ҡоро болонда, шифалы Б.ү. — болонда, урман ситендә, далала һәм ҡыуаҡлыҡ араһында; респ. бөтә терр‑яһында осрай. Бүлбеле Б.ү. далала, башлыса Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш макробитләүендә һәм Башҡортостандың Урал аръяғында үҫә. Баллы, дарыу үҫемлеге (тамырһабағы м‑н тамыры ҡулланыла).

Е.В.Кучеров

Тәрж. Г.А.Миһранова


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019