Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАЛУЙ

Просмотров: 892

 ВАЛУЙ, ү г е ҙ б ә ш м ә к (Russula foetens), базидиомицеттар класының һарыҡ бәшмәге һымаҡтар ғаиләһенә ҡарай. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Эшләпәһенең диам. 8—15 см, киң йәйелгән, үҙәгендә батынҡы, һары-көрән төҫтә, лайлалы, йәбешкәк; аҫҡы яғында шыйыҡса тамсылары бүлеп сығарыусы һарғылт аҡ пластинкалар бар. Һабағының оҙонлоғо 10 см тиклем, ҡалынлығы 2— 3 см, цилиндр рәүешендә, ҡайһы берҙә уртаһында киңәйгән, тәүҙә көпшәк, һуңыраҡ ҡыуыш эсле йәки бер нисә ҡыуышлыҡлы, эшләпәһе м‑н бер төҫтә. Итсәһе аҡ, аҙаҡ ҡыҙғылт һары төҫтә; эшләпәһендә тығыҙ, ҡаты, һабағында көпшәк, кәүшәк; әсе-зәһәр, насар еҫле. Спора онтағы аҡ йәки һарғылт аҡ. Япраҡлы һәм ылыҫлы ағастарҙың тамырҙары м‑н микоризаға инә. БР‑ҙа ҡайын һәм ҡатнаш урмандарҙа июлдән сент. тиклем үҫә. Аҙыҡ булараҡ тик тоҙланған рәүештә генә (алдан һыуҙа ебетеп бешергәндән һуң) ҡулланыла.

 

Р.Ғ.Миңлебаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: