Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШҠОРТОСТАН—ҠЫТАЙ”, йәмғиәт

Просмотров: 1085

“БАШҠОРТОСТАН—ҠЫТАЙ”, Башҡортостан Республикаһы һәм Ҡытай араһында эшлекле, фәнни, мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү маҡсатында ойошторолған респ. дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек йәмғиәте. Өфөлә урынлашҡан. 1996—2002 йй. эшләй. Йәмғиәт ӨДАТУ‑ға Ҡытай уҡыу йорттары м‑н берлектә ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү һәм белгестәр әҙерләү б‑са бәйләнеш булдырыуға; БР терр‑яһында Ҡытай фирмалары вәкиллектәрен, Өфөлә 7 берлектәге предприятие асыуға (1996—98) һ.б. булышлыҡ итә. Йәмғиәт делегациялары Хэйлунцзян провинцияһының хөкүмәт, эшлекле һәм фән даирәһе вәкилдәре осрашыуында (9—17 февр. 1996, Харбин ҡ.), 7‑се Халыҡ‑ара күргәҙмәлә (14—18 окт. 1997, Шанхай ҡ.); йыл һайын (2000 й. алып) Гуанчжоу ҡ. сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша.

А.А.Мәҡсүтов

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.12.2019
Связанные статьи: