Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРБАҠ ВЕЙСИЯ

Просмотров: 622

ТАРБАҠ ВЕЙСИЯ (Weissia squarrosa), мүк һымаҡтар төрө. Тәпәш кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән ҡара йәшел төҫтәге бер өйлө, ос емешле күп йыллыҡ мүк, бейеклеге 3—6 мм. Япрағы тырпайып ситкә киткән йәки бөгөлгән, ҡыяҡлы‑ланцет, тупаҡ осланған, яҫы ситле. Япраҡтың епсәһе осонан ҡыҫҡа булып сығып тора. Ҡумтаһы төҙ, тар эллипс формаһында, 3 мм тиклем оҙонлоҡтағы һапта урынлашҡан. Пар баҫыуҙарының балсыҡлы тупрағында, канау ситтәрендә үҫә. Өфө терр‑яһында 1917 й. табылған. Төр был терр‑янан юғалған, тип һанала. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, Европаның мүк һымаҡтар Ҡыҙыл китабына индерелгән (1995).

Э.З.Байышева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: