Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘКҮК СИТЕГЕ

Просмотров: 913

КӘКҮК СИТЕГЕ (Cypripedium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: күпкәк К.с., таплы К.с., ысын К.с., эресәскә К.с. Йыуан, йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 10—50 см. Япрағы эллипс формаһында, осло, ултырма. Сәскәһе эре, йышыраҡ яңғыҙар. Сәскә эргәлегенең бер япраҡсаһы (ирен) ситеккә оҡшаған, ҡалғандары — йомортҡа йәки ланцет формаһында. Май—июлдә сәскә ата. Ылыҫлы, ҡатнаш (ҡарағай‑ҡайын), һирәгерәк киң япраҡлы урмандарҙа үҫә. Күпкәк К.с. (ирене көрәнһыу‑ал төҫтә, ян япраҡтарынан ҡыҫҡараҡ), эресәскә К.с. (шәмәхә‑ал төҫтәге иренле) һәм таплы К.с. (ирене шәмәхә‑ал йәки сағыу ҡыҙыл таптары булған аҡ төҫтә) — һирәкләп Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында, ысын К.с. (һары иренле) ш. уҡ Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Декоратив үҫемлек. Бөтә төрҙәре лә — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, күпкәк К.с., эресәскә К.с. һәм ысын К.с. шулай уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019