Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРСА ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 872

АРСА ҺЫМАҠТАР (Ericaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 100 заты, 3000‑дән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Мәңге йәшел, һирәгерәк япраҡ ҡойоусы ҡыуаҡ, бәләкәй ҡыуаҡ, һирәк осраҡта үләндәр һәм ағас. Башҡортостанда 7 затҡа ҡараған 10 төрө үҫә. Мәңге йәшел, һирәгерәк япраҡ ҡойоусы бәләкәй ҡыуаҡтар (арктоус, күк көртмәле, мүк еләге һ.б.) һәм ҡыуаҡтар (һаҙанаҡ, һаҙ мунсағы). Һабағы йомро йәки дүрт ҡырлы, төҙ йәки йәйелеүсән, яланғас йәки бер аҙ төклө. Япрағы ябай, ваҡ, йомортҡа йәки кире йомортҡа, эллиптик йәки ҡыяҡ формаһында, бөтөн ситле, ҡалын, өҫкө яғы йәшел, ялтыр, аҫҡы яғы йыш ҡына төклө, асыҡ йәшел йәки күкһел, ҡыҫҡа һабаҡлы, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, аҡ, ал йәки ҡыҙыл, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле. Сәскә эргәлеге ике ҡатлы, каса йәки ҡыңғырау һымаҡ; 4—7‑шәр, йышыраҡ 5‑әр каса һәм таж япраҡлы. Каса япрағы тоташып үҫкән йәки бүленгән, йышыраҡ емешендә ҡала. Тажы тоташ япраҡлы, һирәгерәк айырым япраҡлы. Һеркәсе 10 (2 түңәрәк буйлап урынлашҡан), һирәгерәк 4 йәки 5. Һеркәлеге йыш ҡына мөгөҙ рәүешендәге ҡушымта м‑н. Емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәлеге — суҡ, сатыр, ҡалҡанса. Бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә. Емеше — ҡумта, еләк, төшлө емеш. Емешен һәм орлоғон — имеҙеүселәр, ҡоштар, ел, һыу, итләс өҫтәмәле орлоҡтарын ҡырмыҫҡалар тарата. А. күтәренке һәм күсмә һаҙлыҡта, тау тундраһында, асыҡ ылыҫлы урманда үҫә. Ашарға яраҡлы үҫемлек (ҡыҙыл көртмәле, күк көртмәле, һаҙ мүк еләге һ.б.), дарыу үләне (ябай ҡоро көртмәле, көртмәле һ.б.). Һаҙанаҡ — декоратив үҫемлек. А. еләге составында — витаминдар, пектиндар һәм органик кислоталар, япраҡтарында фенолдар һәм дуплау матдәләре бар. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектең 4 һирәк төрө(һаҙанаҡ, һаҙ мунсағы, ваҡ емешле мүк еләге; Альп арктоусы реликты) ингән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: