Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮШАН

Просмотров: 668

ЮШАН (Veronica), һаҫығ үлән ­һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 14 төрө үҫә: имәнлек Ю., кейеҙле Ю., һаҙ Ю., эре Ю., яҙ Ю. һ.б. Бер, ике һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ йәки йәйелеүсән, өҫкө өлөшөндә күтәрелеүсән, бейеклеге 5—120 см. Япраҡтары таҫмалы ланцет формаһынан алып йомортҡа формаһына тиклем, ҡайһы берҙә кире йомортҡа кеүек, ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан, һирәге­рәк суҡлы; өҫкөләре — ҡайһы ваҡытта сиратлы. Сәскәләре зәңгәр, аҡ йәки ал төҫтә, тәлгәшле ос йәки ҡуйын сәскәлектәренә йыйылған, һирәк осраҡта япраҡ ҡуйынында яңғыҙ урынлашҡан. Май—авг. сәскә ата. Емеше — ҡумта, июнь—сент. өлгөрә. Дарыулы Ю., имәнлек Ю.,оҙонъ­япраҡ Ю., туйра Ю., ялған Ю. һ.б. болондарҙа, урмандарҙа һәм урман ситтәрендә, башаҡлы Ю., кейеҙле Ю. һ.б. эзбизташлы битләүҙәрҙә, далаларҙа үҫә. Ҡалҡанлы Ю., шишмә Ю. һ.б. һаҙлыҡтарҙа, ҡан үлән Ю. ш. уҡ болондарҙа, урман аҡландарында, пар­ ба­ҫыуҙарында осрай. Ю. күпселек төрҙәре респ. бөтә терр‑яһы буйлап таралған. Ҡый­ үләндәре, баллы, декоратив­ үҫемлектәр. Составында гликозидтар, дуплау матдәләре, эфир­ майҙары булған дарыулы Ю. халыҡ­ медицина­һында ҡулланыла. Эре Ю. БР‑ҙың Ҡыҙыл­ китабына индерелгән.

Е.В.Кучеров

Тәрж.­ Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019