Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠ УМЫРЗАЯ

Просмотров: 702

АҠ УМЫРЗАЯ (Anemone), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман А.у. үҫә. Ныҡлы вертикаль тамырһабаҡлы күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 15—40 см. Тамыр яны япраҡтары оҙон һапта, өс бүлемле сегменттарға бүленгән бармаҡ һымаҡ теленмә. Өс тапҡыр теленгән ҡыҫҡа һаплы өс өҫкө япрағы япма барлыҡҡа килтерә. Сәскәһе аҡ, эре, яңғыҙ. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡыҫҡа башлы, күп сәтләүекле, аҡ ойошҡан төк менән ҡапланған, июнь—июлдә өлгөрә. Һирәк урманда, сағыл һәм ҡоро болонда, болонло далала үҫә, төньяҡ-көнбайыш райондарҙан һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының бейек тауҙарынан башҡа, республиканың бөтә территорияһында таралған. Халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Ареалы һәм һаны болондарҙа мал көтөү һәм күпләп йыйыу арҡаһында кәмей.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022
Связанные статьи: