Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫУТАМЫР

Просмотров: 670

ЫУТАМЫР, цикута (Cicuta), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 8 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ағыулы Ы. үҫә. Ҡыҫҡа, вертикаль күпкән, бүлкәләр ярҙамында камераларға бүленгән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, нәҙек бураҙналы, өҫкө өлөшөндә ҡыуыш эсле, тарбаҡлы, төбө ҡыҙғылт төҫтә, бейеклеге 60—140 см. Япрағы ике, өс ҡауырһынлы, төп сегменттары тар ланцет формаһында, ситтәре киртләсле. Сәскәһе аҡ, ҡушма сатырҙарҙа урынлашҡан; төп урамаһы юҡ, ваҡ урамаһы 8—12 оҙонса ланцет йәки ҡыяҡ япраҡсанан тора. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — төбө йөрәк рәүешендәге йомро һалынҡы емешлек, июль—сентябрҙә өлгөрә. Һаҙланған болондарҙа, урмандарҙа, һаҙлыҡтарҙа үҫә; республиканның бөтә территорияһында осрай. Петрушка еҫле ағыулы үҫемлек.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.10.2022