Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭҢЕР МИЛӘҮШӘҺЕ

Просмотров: 512

ЭҢЕР МИЛӘҮШӘҺЕ, аймиләүш ә, төн миләүшәһе (Hesperis), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Урта диңгеҙ буйында, Көнсығыш Европала, Урта һәм Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда себер Э.м. үҫә. Ҡуйы төклө ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тарбаҡлы, бейеклеге 40— 130 см. Япрағы оҙонса ланцет формаһында, ситтәре киртләсле; аҫҡы япрағы — оҙон һаплы, өҫкө япрағы — ултырма. Сәскәһе алһыу күк төҫтә, эре, хуш еҫле, тәлгәш кеүек сәскәлектәрҙә урынлашҡан. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — ике ҡапҡаслы ҡыяҡ пәрҙәле ҡуҙаҡ, июль— сент. өлгөрә. Болондарҙа, урман ситтәрендә, йылға ярҙарында, һыубаҫар туғай урмандарында һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Башҡортостандың Урал алдында, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш тау итәктәрендә осрай; Башҡортостандың Урал аръяғында Таналыҡ й. түбәнге ағымында ғына табылған. Культурала киң таралған. Декоратив үҫемлек.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: