Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫСЫНБАРЛЫҠ

Просмотров: 1318

ЫСЫНБАРЛЫҠ, й ә ш ә й е ш, философияла төп категорияларҙың береһе һәм онтологияның үҙәк төшөнсәһе. Ы. берәй нәмә (матди предмет, психик феномен йәки бөтә йыһан) йәшәйешенең төп фундаменталь нигеҙе булып тора. Йышыраҡ төшөнсә оппозицияһы элементы булараҡ (мәҫ., Ы. һәм аң, Ы. һәм фекерләү, Ы. һәм асыл) сығыш яһай. Антик философияла Ы. проблемаһы Элей мәктәбе вәкилдәре (Парменид, Зенон Элейский) тарафынан тикшерелә башлай. Парменид Ы. мәңгелек һәм үҙгәрмәй торған төшөнсә, аңлайышлы берлек, юғары билдәлелектә ҡушылған һәм шәхси асыҡлығын юғалтҡан барлыҡ сифаттарҙың тулылығы булараҡ билдәләй. Платон фекере б‑са Ы. — эйдостар (аңлайышлы, мәңгелек асылдар, әйберҙәрҙең рухи өлгөләре); Аристотель фекере б‑са — “формалар” (әйберҙәрҙе ойоштороу принциптары); неоплатондарҙа (Плотин, Прокл һ.б.) — Дини Аң, Донъя Аңы. Антик донъяла билдәле материалистик тенденциялар (милеттар, Гераклит, Демокрит) булыуға ҡарамаҫтан, Ы. идеаллаштырыу өҫтөнлөк итә; Ы. проблемаһы этик, эстетик һәм дини аспекттар м‑н тығыҙ бәйләнгән. Урта быуат философияһы өсөн Ы. иерархик төҙөлөшлө донъя картинаһы хас (Августин Блаженный, Фома Аквинский, әл‑Фараби, Ибн Сина). Юғары, абсолют Ы. Аллаға тиңләштерелә, теге йәки был йыһан объектының йәшәү кимәле илаһи йәшәйешкә бәйле. Шул уҡ ваҡытта Алла Ы. һәм аңдан юғары. Илаһи Ы. аңлатыу мистик донъяла ғына асылған Юғары йәшәйеш төшөнсәһе м‑н бәйле. 17—19 бб. Көнбайыш Европа философтарына Ы. нигеҙләүҙең башҡа һорауҙары ҡуйыла. Уларҙы эҙләү кешенең үҙендә бара: йә индивидуаль һиҙеү тәжрибәһе (эмпиризм), йә индивидуаль аҡыл рефлексияһы (рационализм) ярҙамында башҡарыла. Был эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә трансценденталь йәки критик философия (И.Кант, И.Фихте) барлыҡҡа килә, ул әйберҙәрҙе беҙҙең аңдан тыш тулыһынса аңлатып булмауҙы раҫлай (“әйберҙәр асылы үҙендә”, Кант терминологияһы б‑са), йәки уларҙың барлығын бөтөнләй инҡар итә һәм “Мин” принцибынан бөтә Ы. сығара (Фихте). Трансцендентализм барлыҡҡа килгәндән һуң Көнбайыш философия башлыса Ы. тикшереүҙән баш тарта һәм гносеологияға күсә. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер философтар Ы. м‑н фекерләүҙең яҡынлашыуына нигеҙләнгән онтологияның классик идеалистик традицияһын үҫтерә (Ф.Шеллинг, Г.Гегель), йә Ы. материя Ы. — мәңгелек юҡҡа сыҡмаусы, төрлө формаларға инеүсе (тәбиғәт кимәлдәре, йәмәғәт формациялары һ.б.) үҫешкән башланғыс тип аңлатҡан материалистик онтологияны (ҡара: Марксистик философия) эшләй. Артабан Көнбайыш иррационализм философияһы Ы. асылын аңлатырға ынтылыш яһай, ул 19 б. аҡыл эйәләренең (А.Шопенгауэр, Ф.Ницше, С.Кьеркегор) идеяларына нигеҙләнә һәм 20 б. аҙ. экзистенциализм философияһында (Ж.‑П. Сартр, А.Камю, М.Хайдеггер, К.Ясперс һ.б.) тамамлана. Иррационализмдың асылын — ысын Ы., йәғни кеше аңынан тыш Ы., рухи кисерештәр (мистик тәжрибә, интуиция һ.б.) аша килеү т‑да ышаныу тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта был “ысын йәшәйеш” төшөнсәһе рациональ булмаған, абсурд төшөнсә итеп ҡарала. Экзистенциализмда Ы. тел аша (Хайдеггер) аңлатыу барлыҡҡа килә, ул неопозитивизм (Л.Витгенштейн) һәм постмодернизм (Ж.Деррида) йүнәлештәрендә сағылыш таба. Урыҫ философияһына башлыса идеаль Ы. иғтибар бүлеү хас, ул кеше Ы., Йыһан Ы. һәм рухи йәшәйеште берҙәмлектә ҡарай. Совет осоронда онтология проблематикаһы диалектик материализм (ҡара: Диалектика) сиктәрендә үҫешә; төп иғтибар материалистик Ы., уның формаларын, ҡанундарын һәм үҫеш стадияларын аңлауға йүнәлтелә (В.И.Свидерский, В.П.Бранский, В.В.Ильин, А.С. Кармин, И.Я.Лойфман һ.б.).

БР‑ҙа Ы. проблемаһы Б.С.Ғәлимов (Тәбиғәт Ы.), М.С.Ҡунафин (виртуаль Ы.), А.Ф.Кудряшёв (белемдең онтологик нигеҙҙәре), Д.Ә.Нуриев (матди Ы.), А.И.Селиванов (үҫешкән донъялар Ы.), В.Н.Финогентов (Ы. ваҡытлы булыуы) һ.б. хеҙмәттәрендә тикшерелә.

Әҙәб.: Галимов Б.С. Принцип развития в основаниях научной картины природы. Саратов, 1981; Финогентов В.Н. Время, бытие, человек. Уфа, 1992; Кунафин М.С. Эволюция принципа объективности. Уфа, 1998; Бытие. Уфа, 2001.

Р.Р.Вәхитов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: