Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТЫРОВА Мазидә Рәйес ҡыҙы

Просмотров: 948

БАТЫРОВА Мазидә Рәйес ҡыҙы (9.6.1946, Үзбәк ССР‑ы Ленинск ҡ.), архитектор. БР‑ҙың атҡаҙанған архитекторы (1995). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1979). Новосибирск инженер‑төҙөлөш институтын тамамлағандан һуң (1971) “Роспроект” институтының Башҡортостан филиалы (Өфө ҡ.) архитекторы, архитекторҙар төркөмө етәксеһе. 1976—2003 йй. “Башнефтепроект” институтының проекттар буйынса баш архитекторы. Б. проекттары буйынса БР Дәүләт Йыйылышы йорто (1990, Өфө ҡ., Зәки Вәлиди урамы, 40); Яңауыл һәм Дүртөйлө ҡҡ. биҫтәләр (1990), “Красноусол” шифаханаһының дауалау‑һауыҡтырыу корпусы (1997), Краснокама районының Никольск а. “Сосновый бор” профилакторийының һыу‑ләм менән дауалау йорто (1997), Өфө районы Алексеевка а. (1999), Нефтекама ҡ. (2004) мәсеттәр; Когалым ҡ. мәҙәни‑спорт комплексы төҙөлә. РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы бинаһы проектының авторҙашы (1985, Өфө ҡ.). “Башнефтепроект” институты һәм “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһы биналары интерьерының авторы (икеһе лә — 2001). Бөтә Рәсәй архитектура проекттары смотры дипломанты (Мәскәү ҡ., 1989), “2000 й. иң яҡшы проекты” Республика конкурсы лауреаты (Өфө ҡ., 2001).

Е.И.Донгузова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Е.И.Донгузова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.09.2022