Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОНДАРЕНКО Илья Евграфович

Просмотров: 855

БОНДАРЕНКО Илья Евграфович (6.8.1870, Өфө — 21.7.1947, Мәскәү), архитектор, архитектура тарихсыһы. Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһында (1887—91), Цюрих политехник ин‑тында (Швейцария, 1894) уҡыған. 1895— 96 йй. Мәскәүҙә Ф.О.Шехтель оҫтаханаһында эшләй. Архитектурала “неорус” стиленең сағыу вәкиле. 20 б. 10‑сы йй. Б. проекттары б‑са Мәскәү, С.-Петербург, Зарайск, Иваново-Вознесенск ҡҡ. бер нисә сиркәү һәм граждандар ҡоролмалары төҙөлә. 1918 й. алып РСФСР‑ҙың Мәғариф ХК эргәһендәге Музей эштәре, сәнғәт ҡомартҡыларын һәм боронғо әйберҙәрҙе һаҡлау бүлегенең архитектура ҡомартҡыларын һәм картиналарҙы реставрациялау бүлексәһен етәкләй. 1919—22 йй. Октябрь рев‑цияһы ис. Өфө пролетариат художество музейын (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы) ойоштороусы һәм уның тәүге директоры. А.В.Щусев ис. Урыҫ архитектураһы музейын (Мәскәү) ойоштороуҙа ҡатнаша. 1914 й. архитектор Д.П.Осипов м‑н берлектә, П.П.Рудавский проектына өлөшләтә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереп, Аксаков халыҡ йортон төҙөп бөтөрөү м‑н шөғөлләнә. Б. эскиздары б‑са рәссам К.В.Пономарёв тамаша залы өсөн панно эшләй. 1919—22 йй. Өфө губернаһының мәҙәни һәм тарихи хазиналарын һаҡлау һәм уларҙы яңы төҙөлгән музейҙарҙа, китапханаларҙа һ.б. урынлаштырыу б‑са эштәргә етәкселек итә.

Л.В.Бондаренко, Т.Л.Леонидова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019