Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБДУЛЛИН Риф Мөҙәрис улы

Просмотров: 1144

АБДУЛЛИН Риф Мөҙәрис улы (1.1.1948, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Яңы Нуғай а.), рәссам. РФ-тың (2016) һәм БР-ҙың (1998) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1984). ӨДСИ-не тамамлаған (1980; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов). 1971—90 йй. Башҡ-н ижади-производство комб-ты рәссамы (1985—86 йй. баш рәссамы), 1999—2002 йй. БДХМ дир., 2004—08 йй. ӨДСА-ла уҡыта. А. әҫәрҙәренә композиция бөтөнлөгө, образдың поэтик камиллығы, киҫкен колорит, графикаға өҫтөнлөк биреү хас. “Улымдың портреты” (1980), “Рида” (1985), “Өләсәйем балаҫы” (1990), Г.А.Мөбәрәкова портреты (1996), Ағиҙел (1990—95) һәм Дим (1995—98) йй. арналған пейзаждар циклы; “Иртә”, “Йәй” (икеһе лә — линогравюра, 1993) графика эштәре һ.б. авторы. 70—80-се йй. А. бер нисә монументаль сәнғәт әҫәре ижад итә: Өфө ҡала мәҙәниәт һарайы (1978, авторҙ.) һәм Миәкә р-ны Ҡырғыҙ-Миәкә а. мәҙәниәт һарайы (1986) фасадтарындағы мозаика, Бәләбәй ҡ. Б.В. һуғышы геройҙарына һәйкәл (авторҙ.) һ.б. Ҡырғыҙ-Миәкә а. художество мәктәбе һәм үҙенең 40-тан ашыу эше нигеҙ булған картина галереяһын ойоштороу (1995) инициаторы. “Бағдад—82” (Ираҡ) һәм “Нью-Дели—84” (Һиндостан; иң яҡшы дизайн өсөн алтын миҙал) халыҡ-ара сауҙа-сәнәғәт йәрминкәләрендә БАССР павильоны экспозицияһын биҙәй. “Бизмән” ижад төркөмө һәм “Артыш” ижади берекмәһе (ҡара: Сәнғәт төркөмдәре һәм берекмәләре) ағзаһы. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Когалым (1987), Өфө (1992—93, 1997—98, 2004, 2008), Нефтекама (2008) ҡалалары. Эштәре БДХМ, Хәрби дан музейы, Эске эштәр министрлығы музейы, ТР-ҙың Дәүләт һынлы сәнғәт музейы (Ҡазан), Ҡурған өлкә картина галереяһы һ.б. коллекцияларҙа, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. М.Аҡмулла ис. пр. лауреаты (1994).

 

Ә.Ш.Насретдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019