Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫҪЛАНОВ Әмир Солтан улы

Просмотров: 1299

АРЫҪЛАНОВ Әмир Солтан улы [25.9.1926, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Кәлшәле а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 23.2.1987, Өфө], рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1986). Рәссамдар союзы ағзаһы (1963). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1955; педагогы — Я.С.Хаст). 1955 й. алып Октябрьский ҡ. йәшәй һәм эшләй, 1975 й. — Өфөлә. А. ижады тематика һәм жанр йәһәтенән төрлө яҡлы, унда тарихи жанр мөһим урын алып тора. Героик‑романтик планда башҡарылған “Салауат Юлаев” (1959), “Салауат һәм Пугачёв яугирҙар менән” (1973), “Салауат Юлаев Пугачёв менән” (1983) эштәре башҡ. халҡының милли батыры образына бағышланған. 80‑се йй. А. “В.И.Лениндың Яхъя Туҡаев утарында бер туған Носковтар менән осрашыуы” (1985), “Ғ.Туҡай менән М.Ғафуриҙың осрашыуы” (1986) картиналарын яҙа. “А.С.Пушкин Аҡтау ҡәлғәһе эргәһендә” (1986) картинаһы — А.С.Пушкинға арналған циклдың иң яҡшы эштәренең береһе. Был цикл Ырымбур өлк. шағир эҙҙәре буйлап сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡандан һуң ижад ителә. Замандаштарының портреттары галереяһы авторы: “Тракторсы портреты” (1960), “Башҡорт ҡатыны”, “Нефтсе” (икеһе лә — 1961); 70‑се йй. ҡатмарлаштырылған психологик характеристикалы композицион портреттар яҙа: “Шағир Т.Арыҫлан” (1973), “Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ш.Төхвәтуллин” (1975). А. иң әһәмиәтле эштәренең береһе — “С.Р.Ҡадиров портреты” (1984) рәссамдың шәхескә тәрән ҡыҙыҡһыныуын сағылдыра. Хистойғолар байлығы, тирәяҡ мөхитте поэтик ҡараш аша ҡабул итеү А. пейзаждарында сағыла: 50—60‑сы йй. камерный эштәре, хисле булыуы, төҫтәр байлығы м‑н айырыла (“Иҫке һарай”, 1956; “Ҡыҙыл йорт”, 1966); 70‑се йй. уларҙы тыуған яҡ тәбиғәтенең эпик картиналары алмаштыра (“Таң атҡанда. Нарыштау”, 1973; “Йәй. Төш ваҡыты”, 1980; “Тыуған яҡта көҙ”, 1986). 1958 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1970, 1989, 1996), Октябрьский ҡ. (1975, 1990), Бөрө ҡ. (1989, 1993). Эштәре БДХМ, Милли музей, Ғ.Туҡай йорт‑музейы (Ҡазан) һ.б. музейҙарҙың коллекцияларында һаҡлана. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Әҙәб.: Амир Арсланов: каталог /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 1989.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019