Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБДРӘШИТОВА Нурзиә Әхмәт ҡыҙы

Просмотров: 1624

ӘБДРӘШИТОВА Нурзиә Әхмәт ҡыҙы (30.4.1957, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ҡаратал ҡсб), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2003) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1984). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1979; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) Сибай башҡорт драма театры актрисаһы.

Сағыу сәхнә ҡиәфәтенә, һығылмалылыҡҡа эйә булған актриса. Яңы кәүҙәләнеш алыу ысулдарын иркен ҡуллана, уның сәнғәте хислелек, тасуирлау сараларының байлығы, образ­дарҙы яңынан тикшереү, тәрән асыу һәләте м‑н айырылып тора. Төп ролдәре: Люба (“Алһыу таңдар”, Н.Асанбаев һәм Ф.Ә.Әсәнов; дебют, 1979), Тәңкәбикә (“Ай тотолған төндә”), Хәнифә (“Диуана”, Т.Ғ.Миңнуллин), Утлыбикә (“Бисәкәй”, А.Ҡ.Мөбәрәков), Нәркәс (“Төштәге йыр”, Т.Х. Ғарипова), Әсмә (“Ҡазан һөлгөһө”, К.Ғ.Тинчурин). “Сулпан” театры сәхнәһендә Миңнуллиндың “Ен алыштырған” спектаклен ҡуя (2000). “Бөртөкләп йыйыла алтын” нәфис фильмында Гөлбаныу ролен уйнай (1979, “Баштелефильм”).

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: