Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБУШАХМАНОВ Әхтәм Әхәт улы

Просмотров: 1407

АБУШАХМАНОВ Әхтәм Әхәт улы (10.3.1948, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Буранғол а.), актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1989), БАССР‑ҙың халыҡ (1984) һәм атҡ. (1972) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1977). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1970; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ӨДСИ‑не (1996; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлаған. 1970 й. алып БАДТ, 1989—97 йй. БР Милли Йәштәр театры актёры. 1999 й. башлап БР‑ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы идараһы рәйесе, 2001 й. алып РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы секретары, бер үк ваҡытта 1996 й. — ӨДСА доценты. А. сәнғәте ҙур драматик көс, ҡатмарлы психологик образдар тыуҙырыу һәләте м‑н айырылып тора. М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” спектаклендә Салауат Юлаевтың сағыу образын тыуҙыра, милли геройҙың бай һәм ҡатмарлы эске донъяһын асыуға өлгәшә. А. башҡарған ыңғай геройҙарҙың төп сифаттары — ғәйрәтлелек һәм маҡсатлылыҡ, тәбиғи такт, юғары эске мәҙәниәт: Альфред (“Балаҡайҙарым”, Ә.Ҡ.Атнабаев; дебют, 1970), Аҡйегет (“Ай тотолған төндә”), Һалдат (“Әсәләр көтәләр улдарын”, Ә.М.Мирзаһитов) һ.б. Артистың ижадында йәмғиәттә ҙур резонанс тыуҙырған “Ҡыҙыл паша” (Н.Асанбаев) спектаклендәге дипломат К.Ә.Хәкимов роле әһәмиәтле урын алып тора. А. талантының ғәйәт киң булыуын прокурор Улин (“Ун өсөнсө председатель”, “Һуңғы уҙаман”, икеһенең дә авторы — А.Х.Абдуллин), Солёный (“Апалы-һеңлеле өсәү” — “Три сестры”, А.П.Чехов), Йәнтимер Байназаров (М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са Р.В.Исрафиловтың ш. уҡ исемле спектакле) ролдәре аса. Артистың ижади өлгөргәнлеге т-да Милли Йәштәр театрында уйналған ролдәр һөйләй: Отелло (У.Шекспирҙың ш. уҡ исемле драмаһы б‑са), Юсов (“Төшөмлө урын” — “Доходное место”, А.Н.Островский), Туҡтамыш хан (“Иҙеүкәй менән Мораҙым”), Юлай Аҙналин (М.Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” трагедияһы б‑са “Салауат” спектакле). Йәш тамашасылар театрында Ә.Х.Дилмөхәмәтованың “Розамы мин, әллә?..” (1990), Н.Ғәйетбайҙың “Ҡурай моңо” (1992); Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында Б.З.Рафиҡовтың “Париж башҡорто” (1994); “Нур” театрында З.З.Хәкимдең “Күрәҙәсе” спектаклдәрен сәхнәләштерә. Башҡ. яҙыусыларының әҫәрҙәре б‑са радиоспектаклдәр авторы. Кино һәм телефильмдарҙағы ролдәре: Ҡайсар (“Көмөш мөгөҙ Алатау” — “Серебряный рог Алатау”, “Казахфильм”, 1978), Һатлыҡ (“Кинйә”, 1988), Һиммәт (“Һарығолаҡ”, 1990; икеһе лә — “Баштелефильм”). БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1983).

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Шәхестәр:
Связанные статьи: