Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, трагедия

Просмотров: 2270

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, М.Кәримдең 3 бүлектән һәм эпилогтан торған трагедияһы. 1963 й. яҙылған. Драматик конфликт нигеҙен боронғо йола һәм традицияларҙы ҡабул итергә теләмәү, кешенең рухи азатлыҡҡа ынтылышы тәшкил итә. Йолаға ярашлы, Аҡйегетте ағаһының тол ҡатынына өйләндерәләр, ә һөйгәне Зөбәржәтте 11 йәшлек Ишмырҙаға кейәүгә бирәләр. Әммә геройҙар левират ҡанундарына бойһонорға теләмәй. Аҡйегеттең әсәһе Тәңкәбикә — ырыу башлығы — Аҡйегет м‑н Зөбәржәтте асыҡ далаға ҡыуып ебәргән аҡһаҡалдар хөкөмө алдында көсһөҙ.

“А.т.т.” тәүге тапҡыр 1964 й. БАДТ‑ла ҡуйыла (реж. Ш.М.Мортазина, ҡуйыусы рәссамы Ғ.Ш.Имашева, комп. Х.Ф.Әхмәтов). Төп ролдәрҙә: З.И.Бикбулатова (Тәңкәбикә), Р.С.Янбулатова (Шәфәҡ), И.Х.Йомағолов (Аҡйегет), Д.З.Фәйзуллина (Зөбәржәт), Ш.Р.Рәхмәтуллин (Диуана), Ғ.Ғ.Туҡаев (Дәрүиш). Спектакль РСФСР‑ҙың К.С.Станиславский ис. Дәүләт пр. лайыҡ була (1967). Яңы редакцияла әҫәр 1992 й. БАДТ‑ла ҡуйыла (реж. Р.В.Исрафилов, ҡуйыусы рәссамы Т.Ғ.Йәнекәев, комп. Р.М.Хәсәнов). Төп ролдәрҙә: Г.А.Мөбәрәкова (Тәңкәбикә), Т.Д.Бабичева (Шәфәҡ), Х.Ғ.Үтәшев (Аҡйегет), Ш.И.Дилмөхәмәтова (Зөбәржәт), Рәхмәтуллин (Диуана), З.С.Вәлитов (Дәрүиш).

1966 й. трагедия Сибай (реж. Р.М.Әйүпов), 1977 й. — Салауат (реж. В.К.Сәйфуллин), 1998 й. — Туймазы драма театрҙарында (реж. Ф.Ҡ.Ҡасимова), 1999 й. Стәрлетамаҡ урыҫ драма театрында (реж. М.Г.Кульбаев) сәхнәләштерелә. Шулай уҡ Моссовет ис. һәм А.С.Пушкин ис. Мәскәү театрҙарында, Ҡаҙаҡ, Литва, Үзбәк драма театрҙарында, Ғ.Камал ис. татар театрында һ.б. ҡуйыла.

“А.т.т.” трагедияһы б‑са “Ай тотолған төндә” балеты һәм операһы ижад ителә. 1978 й. Свердловск к/ст “Ай тотолған төндә” нәфис фильмы төшөрөлә (сценарий авторы В.И.Валуцкий, реж. Б.Ц.Халзанов, операторы В.Л.Осенников, комп. М.М.Кажлаев). Төп ролдәрҙә: Мөбәрәкова (Тәңкәбикә), Н.У.Аринбасарова (Шәфәҡ), Ч.О.Думанаев (Аҡйегет), Д.Ф.Камбарова (Зөбәржәт), Б.Ғ.Муллабаев (Диуана), С.Джумадылов (Дәрүиш), В.Ғ.Ғәлимов, С.Н.Сәйетов, М.Х.Хисмәтуллин (аҡһаҡалдар).

Әҙәб.: Кильмухаметов Т.А. Драматургия Мустая Карима. Уфа, 1979.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.03.2023