Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, драма

Просмотров: 3542

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, М.Кәримдең 6 картиналы драмаһы. 1967 й. яҙылған. Пьеса һуғыш арҡаһында айырылған әсә һәм ҡыҙҙың драматик яҙмышы хаҡында бәйән итә. Фашист әсирлегенән ҡасҡан Зөлхәбирә Италияла яңы тормош башлай. Йылдар үткәс, үҙе м‑н ҡыҙы Айгөлдө алып китеү өсөн тыуған яғына ҡайта һәм ауылдаштарының унан ситләшеүенә, аңламауына юлыға. 16 йәшлек Айгөл алдында еңел булмаған һайлау тора: тыуған яҡта ҡалырғамы, әллә әсәһе м‑н китергәме? Тәрән күңел кисерештәре аша ҡыҙ Ватанын һайлай.

“А.и.” тәүге тапҡыр 1968 й. БАДТ‑ла ҡуйыла (реж. В.Ғ.Ғәлимов, ҡуйыусы рәссамы Ғ.Ш.Имашева, комп. Т.Ш.Кәримов). Төп ролдәрҙә: Х.К.Минһажева (Айгөл), З.И.Бикбулатова (Зөлхәбирә), А.Ҡ.Мөбәрәков (Йәғәфәр). М.Кәримдең 80 йәше айҡанлы 1999 й. БАДТ‑ла яңы редакцияла сәхнәләштерелә (реж. А.Ә.Нәҙерғолов, ҡуйыусы рәссамы Т.Ғ.Йәнекәев, комп. У.М.Иҙелбаев). Төп ролдәрҙә: А.В.Ғәлина (Айгөл), Т.Д.Бабичева (Зөлхәбирә), З.С.Вәлитов (Йәғәфәр). 1968 й. драма Салауат драма театрында (реж. Л.В.Вәлиев), 1984 й. Респ. урыҫ драма театрында (реж. Ю.А.Тамерьян) ҡуйыла. “А.и.” Моссовет ис. Мәскәү, Ғ.Камал ис. татар, Яҡут муз. драма театрҙарында сәхнәләштерелә. “А.и.” драмаһы б‑са “Айгөл иле” балеты ижад ителә.

Әҙәб.: Кильмухаметов Т. А. Драматургия Мустая Карима. Уфа, 1979.

Һ.С.Сәйетов

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019