АРАЛБАЕВА Әминә Кәшфи ҡыҙы
АРАЛБАЕВА Әминә Кәшфи ҡыҙы [22.5.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Күлләр а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 27.10.2014, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән], театр эшмәкәре. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1999). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1950). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын (Өфө, 1950; Ғ.С.Саттаров курсы), ГИТИС-ты (Мәскәү, 1956; П.А.Марков курсы) тамамлаған. 1950 й. алып Ауырғазы колхоз‑совхоз театры (ҡара: Салауат башҡорт дәүләт драма театры) актрисаһы. 1956—82 йй. БАДТ‑ның әҙәби бүлеге мөдире. 60—70‑се йй. Башҡорт драма театрыныңрепертуар сәйәсәтен формалаштырыу, спектаклдәрҙе йәмәғәтселек м‑н тикшереүҙәрҙе, актёрҙар һәм режиссёрҙарҙың ижади кисәләрен ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. В.В.Лаврентьев, В.П.Минко, А.Н.Островский пьесаларының башҡ. теленә тәржемәләре, ш. уҡ театр, башҡ. актёрҙары һәм режиссёрҙары ижады т‑да байтаҡ мәҡәләләр авторы.
С.Ғ.Күсемова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова