Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫҪЛАНОВ Айрат Гәрәй улы

Просмотров: 937

АРЫҪЛАНОВ Айрат Гәрәй улы [10.4.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ахун а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 23.4.2010, Ҡазан], актёр, эстрада артисы. РСФСР‑ҙың (1981) һәм ТАССР‑ҙың (1974) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1978) һәм ТАССР‑ҙың (1957) атҡ. артисы. Татар театр уч‑щеһын (1949), ГИТИС‑ты (1967) тамамлаған. 1949 й. алып Татар радиок‑ты дикторы, 1956 й. — Ғ.Камал ис. татар театры актёры, 1960 й. — Татар ТВ дикторы, 1967 й. — эстрада артисы, бер үк ваҡытта 1991—96 йй. Татар филармонияһы режиссёры. Театрҙа төп ролдәре: Таһир (“Таһир һәм Зөһрә”, Ф.Бурнаш), Мирвәли (“Ташҡындар”, Т.Ғиззәт), Булат (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин; бөтәһе лә — татар телендә) һ.б. Нәфис һүҙ оҫтаһы А. иҫтә ҡалырлыҡ сағыу образдар тыуҙыра. Эстрадала М.Йәлил, Һ.Таҡташ, Х.Туфан, Р.Ғ.Ғамзатов, В.В.Маяковский, Э.Б.Межелайтис, К.М.Симонов һ.б. әҫәрҙәренән төҙөлгән әҙәби программалар м‑н сығыш яһай. Артист репертуарында ш. уҡ башҡ. шағирҙары М.Ғәли, М.Кәрим, Н.Нәжми, Р.Ә.Сафин шиғырҙары ингән “Дуҫтар ижады” программаһы. “Шағир тормошо” (Ғ.Туҡай әҫ. б‑са), “Рәсәйҙә йәшәүселәр” (Туфан әҫ. б‑са) һ.б. әҙәби программалар авторы һәм режиссёры. Кинолағы ролдәре: Әхмәт (“Евдокия”, М.Горький ис. к/ст, 1961), Метакса (“26 Баҡы комиссары” — “26 бакинских комиссаров”, к/ст “Мосфильм” — “Азербайджан‑фильм”, 1966). СССР һәм сит илдәр буйлап (Венгрия, Германия, Польша, Финляндия, Чехословакия һ.б.) гастролдәрҙә була. Бөтә Рәсәй нәфис һүҙ оҫталары конкурстары лауреаты (1970, 1974). ТАССР‑ҙың Ғ.Туҡай ис. Дәүләт пр. лауреаты (1969). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Әҙәб.: Народные артисты: очерки. Казань, 1980.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019