Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АҠБУҘАТ”, ипподром

Просмотров: 1503

“АҠБУҘАТ”, ипподром. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. “А.” ипподромы булараҡ асыла, 1997 й. алып ААЙ, 2005 й. — БР ДУП. 2009 й. Т.Т.Күсемов исеме бирелә. Юрттырыу түңәрәге (призлы сабыш юлы — 1144 м, призлы юрттырыу юлы — 1000 м, техник юл — 950 м, күнекмәләр юлы — 893 м), ат өйрәтеү өсөн 2 майҙаны, йөрөтөү һәм конкур өсөн майҙандары, пониҙар өсөн күнекмәләр майҙансығы, ябыҡ (1620 урын) һәм асыҡ (1540 урын) трибуналары, клуб һәм судья бүлмәләре, тотализаторы, 3 ат һарайы (108 ат өсөн) һәм 3 кимәлле ат һарайы (70 ат өсөн), 680 урынлыҡ трибуналы ат спорты манежы (60×30 м), цифрлы 3 электрон таблоһы, ҡунаҡханаһы, ветеринария дауаханаһы, тимерлеге, рестораны һ.б. бар. “А.” эргәһендә Хәҙерге бишбәйге буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе, ат спорты б‑са ДЮСШ, БР‑ҙың Йылҡысылыҡ һәм ат спорты музейы эшләй. Ипподромда атлыларҙың бөтә Союз (1983) һәм бөтә Рәсәй (2001, 2004, 2007) ярыштары, Урал беренселеге зона ярыштары (1985, 1987, 1989, 1992—93), һыбайлыларҙың кесе Европа чемпионаты (1995), М.М.Шайморатовтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған респ. ярыштары (1999), “Рәсәй ынйыһы” (“Жемчужина России”) Бөтә Рәсәй Орлов юртаҡтары фестивале (2008) уҙғарыла. Йыл һайын Ҡала көнөнә арналған респ. ярыштары, байрам саралары, атлыларҙың күрһәтмә сығыштары һ.б. үткәрелә. 1982—2005 йй. “А.” 4 бөтә Союз (Орлов юртаҡ тоҡомло аттар төркөмөндә) һәм 195‑тән ашыу респ. рекорды ҡуйыла, 4 меңдән ашыу тоҡомло ат квалификацияға һынала. 1984 й., 1986 й., 1990 й., 2001—05 йй. Бөтә Рәсәй ат спорты федерацияһы “А.” Рәсәйҙә иң яҡшы ипподром тип таба.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2019