Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы

Просмотров: 1386

ҒӘБДРӘШИТОВ Фазулла Ғабдулла улы [25.10.1903, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Ҡандра а. (БР‑ҙың Туймазы районы) — 5.4.1975, БАССР‑ҙың Бүздәк районы Бүздәк ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем һәм 1946 й. алып Туймазы һәм Бүздәк район ҡулланыусылар союздарының әҙерләү контораларында эшләй. 1942 й. авгусынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Сталинград, Үҙәк, Белоруссия, 2-се һәм 1-се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия Чернигов кавалерия дивизияһы 60‑сы гвардия кавалерия полкының станоклы пулемёт тоҫҡаусыһы гвардия рядовойы Ғ. 1943 й. 18 һәм 20 сентябрендә Украина ССР‑ы Бегач, Березна һәм Лопатино аа. өсөн һәм 28 сентябрҙә Белорус ССР‑ы Нивки а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. Ғ. демобилизациялана. Ленин (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1945) ордендары менән бүләкләнгән. Ғ. исеме Бүздәк а. урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ, Бүздәк а. һәм Туймазы ҡ. Геройҙар аллеяларында уға һәйкәл ҡуйылған.

  Әҙәб.: Кудаш С. На правом берегу Днепра //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

 

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022