Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘҘЕЛШИН Хәмит Ғабдулла улы

Просмотров: 326

ҒӘҘЕЛШИН Хәмит Ғабдулла улы [10.7.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 10.1.1999, Бишкәк], элемтәсе, полковник. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. С.М.Будённый ис. Хәрби элемтә акад. тамамлаған (Ленинград, 1952). 1941 й. алып Совет Армияһында. Окт. башлап Кавказ аръяғы, Төньяҡ Кавказ, Көньяҡ-Көнбайыш, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 46‑сы армия 31‑се уҡсылар див. 1449‑сы айырым элемтә ротаһы радиостанцияһының өлкән телеграфсыһы сержант Ғ. 1943 й. 27 сент. Украина ССР‑ы Сошиновка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1969) Бишкәк ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. Ғ. исеме Бижбүләк р‑ны Мулланур‑Вәхит а. урамға бирелгән.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019