Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКШЕНЦЕВ Сергей Васильевич

Просмотров: 932

АКШЕНЦЕВ Сергей Васильевич (24.5.1975, Ишембай ҡ.), спортсы. Ғәмәли янғын спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2006). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренеры И.В.Барыев). Эстафетала полиция хеҙмәткәрҙәре һәм янғын һүндереүселәр араһында Европа уйындары чемпионы (7 тапҡыр, 2010—11), Рәсәй чемпионы (2012), икебәйгелә, эстафетала һәм хәрби әҙерлектә донъя чемпионаттарының көмөш призёры (2009—11), 100 метр ҡаршылыҡлы һыҙатты еңеп сығыуҙа Европа чемпионатының көмөш призёры (2007), икебәйгелә һәм 100 метр ҡаршылыҡлы һыҙатты еңеп сығыуҙа донъя чемпионаттарының бронза призёры (2008—09). Команда зачётында донъя (2009, 2011—12) һәм Рәсәй (2008, 2010—11) чемпионы, Халыҡ‑ара янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәре ассоциацияһы ярыштары еңеүсеһе (Франция, 2013), донъя (2008) һәм Европа (2007) чемпионаттарының көмөш призёры, ябыҡ бинала Рәсәй чемпионы (2009—10). Азия Кубогы рекордсыһы (2003). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000—13). “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2012).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.10.2022