АЛЕКСАНДРЕНКО Галина Васильевна
АЛЕКСАНДРЕНКО Галина Васильевна (14.7.1956, Белорет ҡ.), спортсы. Биатлон б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1983). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1978). Стәрлетамаҡ ҡ. “Содовик” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.З.Мөҙәрисов).5 км ярышта СССР чемп. (1980), 5 һәм 7,5 км ярышта РСФСР чемп. (1981), 7,5 км шәхси ярышта СССР һәм РСФСР чемпионаттарының бронза призёры (1980). Эстафетала СССР һәм РСФСР чемпионаттарының көмөш призёры (1980), РСФСР чемпионатының бронза призёры (1981), эстафетала “Дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ” халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (Белоруссия, 1980; Болгария, 1981). СССР (1980—83) һәм РСФСР (1979—83) йыйылма командаһы ағзаһы.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина