Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЕКСЕЕВ Игорь Павлович

Просмотров: 879

АЛЕКСЕЕВ Игорь Павлович (27.12.1972, Ҡурған өлкәһе Боровлянка а.), спортсы. Ауыр атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1992), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1996). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1995). 1991—98 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай (тренерҙары: П.С.Горулёв, В.А.Кушнир). Донъя (1995) һәм Рәсәй (1993) чемпионы, икебәйгелә Рәсәй чемпионатының (1998) һәм Рәсәй Кубогының (1997) көмөш призёры; ир‑егеттәр араһында ырғымда Европа чемпионы (1994) һәм Европа чемпионатының бронза призёры (1993). Үҫмер спортсылар араһында Европа (1992) һәм Рәсәй (1991) чемпионы. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (1996). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1993—97).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

П.: И.П.Алексеев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.08.2022