Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЙДЫМ Иван Яковлевич

Просмотров: 1424

ГАЙДЫМ Иван Яковлевич [11.11.1916, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Писаревка а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 24.6.1944, Белорус ССР‑ы Загромадино а.], Советтар Союзы Геройы (1944). 1939—40 йй. Совет‑финлянд һуғышында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РККА‑ның сәйәси составы (1942) һәм рота командирҙары (1943) курстарын тамамлаған. 1931—36 йй. Әлшәй районы “Ҡыҙыл Запорожец” колхозында эшләй. 1936—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. башлап Балтик буйы, 2‑се һәм 1‑се Балтик буйы фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы гвардия армияһы 71‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 213‑сө гвардия уҡсылар полкының рота командиры капитан Г. 1944 й. 22 һәм 24 июнендә Белорус ССР‑ы Загромадино, Ильинцы һәм Шумилино торама пункттары өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Г. исеме Әлшәй районы Писаревка һәм Раевка аа. урамдарға бирелгән, Раевка а. шулай уҡ уға һәйкәл ҡуйылған.

  Әҙәб.: П а в л о в Б. Высоты мужества //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.01.2023