АЛСЫНБАЕВ Маҙһар Ситдыҡ улы
АЛСЫНБАЕВ Маҙһар Ситдыҡ улы (1.11.1937, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Таштимер а. — 17.9.2010, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), тренер. Биатлон б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996), саңғы ярышы һәм биатлон (1963), велосипед спорты (1964) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры. БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1990). Пермь политехник ин‑тын тамамлаған (1967). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе. 1966—70 йй. Өфөнөң “Батыр” спорт клубының велоспорт б‑са тренеры, 1971 й. алып “Хеҙмәт” ДСО‑һы Башҡ‑н өлкә советының биатлон б‑са өлкән тренеры, 1987—2001 йй. биатлон б‑са СДЮШОР һәм Өфөнөң “Биатлон” спорт комплексы директоры. Тәрбиәләнеүселәре араһында П.И.Муслимов, А.В.Падин, ш. уҡ 30‑ҙан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2001).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина