Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНДРЕЕВ Григорий Александрович

Просмотров: 1344

АНДРЕЕВ Григорий Александрович (7.1.1976, БАССР‑ҙың Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай а.), спортсы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨЮИ‑не тамамлаған (1999). Комплекслы СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.), 2000—13 йй. БР юғары спорт оҫталығы әҙерләү үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Г.И.Алексеев). Экиден буйынса Рәсәй чемпионы (2002), ярым марафонда Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2000), ярым марафонда (2003, 2007) һәм 5000 м йүгереүҙә (2008) Рәсәй чемпионаттарының бронза призёры. Словакияла (Кошице ҡ., 2003) халыҡ-ара марафонда еңеүсе. Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2004, 2008, 2012). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2003—13). 2015 й. алып БР спорт әҙерлеге үҙәгендә күреү буйынса спортсы-инвалидты оҙатыусы. 1‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”орденының миҙалы менән бүләкләнгән (2022).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023