АРЕКЕЕВ Александр Викторович
АРЕКЕЕВ Александр Викторович (10.4.1982, Ижевск ҡ.), спортсы. Велосипед спорты буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2000). Ижевск ҡ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.В.Харин). 1997—2009 йй. “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге өсөн сығыш яһай (тренеры Р.Н.Латипов). Парлы һәм команда ярыштарында Рәсәй чемпионы (2010), төркөмдәр уҙышында Рәсәй кубогын яулаусы (2010), шәхси ярышта Рәсәй чемпионатының бронза призёры (2000, 2010), “Тиррено-Адриатико” халыҡ-ара ярыштары этабы еңеүсеһе (2007). Донъя кубогы этабы (2000), Италияла барған халыҡ‑ара ярыштар (1999, 2002) еңеүсеһе, үҫмер спортсылар араһында төркөмдәр уҙышында донъя чемпионатының бронза призёры (2000). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (2000—11).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина