АСАБИН Николай Анатольевич
АСАБИН Николай Анатольевич (11.5.1978, БАССР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Фёдоровка а.), спортсы. Пауэрлифтинг б‑са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1999). “Ирбис” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары А.А.Ефимов, Б.И.Шейко). Рәсәй Кубоктары яулаусы (1999) һәм көмөш призёры (2000—05), Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2000, 2001, 2005) һәм бронза (1999, 2002, 2004) призёры. Студенттар араһында Донъя кубогын яулаусы (2002). Үҫмер спортсылар араһында Европа чемп. (2000, 2001), донъя (1999, 2001) һәм Европа (1999) чемпионаттарының көмөш призёры. Стан тартымында Рәсәй рекордсыһы (2005). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2006).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина