Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДМИТРИЕВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

Просмотров: 895

ДМИТРИЕВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Нордовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 32 км һәм Ергән т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 903 кеше; 1920 — 863; 1939 — 789; 1959 — 251; 1989 — 284; 2002 — 325; 2010 — 356 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1881 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе (1893 й. купчий ҡағыҙы төҙөлгән) б‑са Тамбов һәм Һамар губерналарынан күсеп килеүселәр нигеҙ һала. 1896 й. 90 йортта 580 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 ярма һурҙыртҡыс, мөгәзәй булған. 1906 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе, тимерлек, шарап һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: