Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДОРОШЕВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл

Просмотров: 711

ДОРОШЕВКА, Дәүләкән р-нындағы ауыл, Сергиополь а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.-Көнб. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 182 кеше; 1920 — 196; 1939 — 232; 1959 — 246; 1989 — 155; 2002 — 194; 2010 — 230 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002).

Ауылға 1890 й. Бәләбәй өйәҙе Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы Этҡол а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Рәсәйҙең үҙәк губерналарынан күсеп килеүселәр Дорошев а. булараҡ нигеҙ һала. 1906 й. земство мәктәбе теркәлгән. 1920 й. алып Дорошев утары, 30‑сы йй. — Оло Дорошевка а. булараҡ иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. хәҙ. исемен һәм cтатусын йөрөтә.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: