Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЫУАН, Дыуан р-нындағы ауыл

Просмотров: 1090

ДЫУАН, Дыуан р-нындағы ауыл, Дыуан а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 30 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 4128 кеше; 1920 — 5565; 1939 — 5190; 1959 — 5134; 1989 — 3745; 2002 — 3703; 2010 — 3669 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Иген ҡабул итеү һәм тоҡомсолоҡ пр‑тиелары, әҙерләүҙәр контораһы эшләй. Дыуан аграр техникумы, Дыуан урта мәктәбе, төп мәктәп, 3 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, клуб, 2 китапхана, метеорология станцияһы, ипподром, сиркәү бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1788 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Пермь губ. Көңгөр өйәҙенең дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала. Исеме этнонимдан (ҡара: Дыуан) алынған. Шулай уҡ Петропавловка, Степь исемдәре м-н теркәлгән. 1865 й. 518 йортта 3586 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ, умарт‑ҡ, итек тегеү кәсебе м-н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, сиркәү (1821 й. төҙөлгән), училище, 3 һыу тирмәне, 20 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. сиркәү, 2 башланғыс земство мәктәбе, һөнәрселек һәм 2 класлы ҡыҙ балалар уч-щеһы, йәкшәмбе мәктәбе, фельдшер пункты, 2 ел һәм 4 һыу тирмәне, 33 тимерлек, күн оҫтаханаһы, 6 май һығыу һәм 40 көршәк яһау оҫтаханаһы, 1‑әр шарап, һыра һәм 18 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән, шөғөлдәр араһында урман кәсептәре булған; ауылда улус идараһы урынлашҡан. 1930—63 йй. — Дыуан р-нының адм. үҙәге. Элекке Крестовоздвижение сиркәүе бинаһы (кирбестән, 20 б. башы) һәм торлаҡ биналар комплексы (ағастан, 20 б. башы) — мәҙәни мираҫ объекттары. Г.В.Ваганов, Е.В.Кучеров, С.А.Михляев, В.И.Осипов, А.Б.Секерин, А.И.Секерин, А.А.Сычёв ошо ауылда тыуған.

 

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019