Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРАСИМОВ Виктор Фёдорович

Просмотров: 1477

ГЕРАСИМОВ Виктор Фёдорович (1879, С.‑Петербург губ. Кронштадт ҡ. — ?), дәүләт эшмәкәре. 1900‑сө йй. — РСДРП, 1917 й. Хеҙмәт халыҡ-соц. партияһы ағзаһы. С.‑Петербург ун‑тында уҡыған. 1907 й. алып Кронштадт ҡала башҡармаһы хеҙм‑ре; 1913—17 йй. Өфө губ. земство башҡармаһының бойороҡ биреү бүлеге секретары. Февраль революцияһынан һуң Өфө губерна йәмәғәт ойошмалары ком‑ты президиумы секретары, апрелдән Ваҡытлы хөкүмәттең Өфө губернаһы б‑са комиссар ярҙамсыһы вазифаһын башҡарыусы, июль—ноябрҙә — комиссары. Октябрь революцияһынан һуң власты Советтарға биреүгә ҡаршы сыға, ХКС‑ҡа буйһонмауы т‑да белдерә. Нояб.—дек. эштәрҙе Өфө губерна революцион комитетына тапшырыуҙан баш тартҡаны өсөн өйҙә һаҡ аҫтында була. 1918 й. көҙөндә Өфө губерна земство башҡармаһы рәйесе урынбаҫары. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

 Хеҙм.: Очерк деятельности Уфимского губернского земства (к 50‑летию введения земских учреждений). Уфа, 1914.

С.М.Исхаҡов, Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: