Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ КРӘҪТИӘНДӘРЕ

Просмотров: 1342

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә 17—19 бб. төп һалымдарын тау заводтарында эшләп түләгән крәҫтиәндәр. Башлыса батша һарайы крәҫтиәндәре, дәүләт крәҫтиәндәре, алпауыт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, ялланма эшселәрҙән торған. Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәргә һәм посессион крәҫтиәндәргә бүленгәндәр. Күбеһенсә ярҙамсы эштәрҙе башҡарғандар: утын әҙерләп ташығандар, мәғдән сығарғандар, күмер яндырғандар, завод биналары, юлдар төҙөгәндәр һәм йүнәткәндәр. 1724 й. 13 ғин. указ б‑са Т.с.к. эш хаҡы билдәләнгән: йәйен — көнөнә 10 тин (атһыҙ — 5), ҡышын — 6 тин (атһыҙ — 4). Шулай уҡ игенселек (ер бүлеменә йорт, баҫыу һәм сабынлыҡ биләмәләре ингән) м‑н шөғөлләнгәндәр, мал тотҡандар (башлыса төрлө завод эштәрен башҡарыу өсөн ат үрсеткәндәр). Үҙ хужалыҡтарында эшләү өсөн 1 майҙан — 1 июнгә һәм 10 июлдән 1 сент. тиклем завод эштәренән бушатылғандар. Т.с.к. рекрутҡа алынмаған. Башҡортостанда Т.с.к. 18 б. башында тау сәнәғәте нығынған осорҙа барлыҡҡа килә. Батша һарайы, дәүләт (яҡындағы ауыл крәҫтиәндәре беркетелгән), алпауыт (һатып алынғандан һуң заводҡа күсерелгәндәр һәм үҙҙәре м‑н килтерелгәндәр) һәм яһаҡлы крәҫтиәндәрҙән, халыҡтың төрлө соц. төркөмдәренән сыҡҡан ялланма эшселәрҙән ойошторолған. Башҡорттар ш. уҡ заводҡа эшкә ялланған: күберәк мәғдән сығарыу (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр), төрлө йөк ташыу, утын әҙерләү м‑н шөғөлләнгәндәр. 18 б. аҙ. Башҡортостан заводтарында 90 меңгә яҡын Т.с.к. (ир‑ат) иҫәпләнгән. Ырымбур губернаһында, 7‑се ревизия (1825) мәғлүмәттәре б‑са, 22 меңдән ашыу Т.с.к. (ир‑ат) булған, шуларҙан Өфө өйәҙендә 9,8 (44,3%), Стәрлетамаҡ өйәҙендә 6,4 (28,8%), Верхнеурал өйәҙендә — 2,4 (10,7%), Бәләбәй өйәҙендә 1,4 (6,3%), Ырымбур өйәҙендә яҡынса 1,4 (6,2%), Минзәлә өйәҙендә яҡынса 0,5 (2,2%), Бөгөлмә өйәҙендә 0,2 меңдән ашыу кеше (1,1%); 10‑сы ревизия (1858) мәғлүмәттәре б‑са — 40,7 меңдән ашыу кеше, шуларҙан Өфө өйәҙендә — 19,3 (47,6%), Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 13,6 (33,4%), Ырымбур өйәҙендә — 2,4 (5,8%), Верхнеурал өйәҙендә — 2,3 (5,7%), Бәләбәй өйәҙендә — 2,1 (5,1%), Бөгөлмә өйәҙендә — 0,5 (1,2%), Минзәлә өйәҙендә — 0,4 (0,9%). Крәҫтиән реформаһы алдынан 43 меңдән ашыу Т.с.к. (ир‑ат) иҫәпләнгән, шуларҙың 38,4 меңдән ашыуы — аҫаба, 4,6 меңдән ашыуы посессион заводтарға ҡараған. Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) Богоявленск заводы, Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы, Воскресенка заводы, Златоуст (Косотур) заводы, Ирген заводтары, Кәҫлезаводы, Ҡананикольск заводы, Ҡыштым заводтары, Троицк заводтары, Түб. Әүжән-Петровск заводы, Уй заводы крәҫтиәндәре ҡатнашҡан. Т.с.к. күбеһе яйлап тау сәнәғәте эшселәре составына ингән (ҡара: Эшселәр синыфы).

Әҙәб.: К у л б а х т и н Н.М. Горнозаводская промышленность Башкортостана в XVIII веке. Уфа, 2000.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: