БУҘЫҠАЕВ Мөхәмәтйән Ержабай улы
792
БУҘЫҠАЕВ Мөхәмәтйән Ержабай улы [1789, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Барын‑Табын улусы Кесе Муйнаҡ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1856, С.‑Петербург], кантон башлығы, ғәскәр старшинаһы (1846). Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыусы. 1808 й. алып хәрби хеҙмәттә. 1832—47 йй. 4‑се Көнбайыш, бер үк ваҡытта 1835—47 йй. 4‑се Загорный, 1847 й. башлап 5‑се башҡ. кантондары башлығы була. Күн заводына хужа булған. 1856 й. башҡорт делегацияһы составында Александр II‑не тәхеткә ултырыу тантанаһында ҡатнаша. Б. т‑да “Буҙыҡай кантон” исемле башҡ. халыҡ йыры сығарылған.
Ә.З.Әсфәндиәров
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: