Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАУЫҘҘЫ

Просмотров: 1335

МАУЫҘҘЫ, Б а н н о е, таш быуат— энеолиттың археологик ҡомартҡылары комплексы. Б.э.т. 400— 100‑се мең йыллыҡ — 3‑сө мең йыллыҡҡа ҡарай. Әбйәлил р‑нының Күсем руднигы ҡасабаһы эргәһендә Мауыҙҙы күле ярында урынлашҡан. Г.Н.Матюшин тарафынан 1961 й. асыла һәм 1961—89 йй. өйрәнелә. Тораларҙан (50‑гә яҡын; айырыуса М.IV, M.V, M.VI торалары тикшерелгән) һәм торамаларҙан (M.Va) ғибәрәт. М.IV — энеолит тораһы (Мауыҙҙы күленең көнбайыш яры, “Яҡтыкүл” шифаханаһынан көньяҡ‑көнбайышҡа табан). 1967 й., 1979 й. өйрәнелгән. 63 м2 ер ҡаҙылған. Суртанды мәҙәниәте керамикаһы, таштан һалынған усаҡ, ике яғы ла эшкәртелгән әйберҙәр һәм ярғыстар табылған. М.V (Яҡтыкүл) мезолит тораһы (күлдең төньяҡ‑көнсығыш яры, ҡасабанан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта). 1972 й., 1975 й. тикшерелгән. 571 м2 ер ҡаҙылған. 3 түңәрәк торлаҡ һәм шуларҙың береһендә таштан яһалған усаҡ асыҡланған. Йәнгел мәҙәниәтенә ҡараған геом. микролиттар, бысаҡ рәүешендәге пластиналар табылған. М.VI (Күсем) — мезолит— энеолит тораһы (күлдең төньяҡ яры, ҡасабанан көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта). 1972 й., 1976 й. тикшерелгән. 240 м2 ер ҡаҙылған. Түбәнге ҡатламдарында Йәнгел мәҙәниәтенә ҡараған бысаҡ рәүешендәге пластиналар, өҫкөләрендә — ике яғы ла эшкәртелгән эш ҡоралдары, ҡырғыстар һәм Суртанды мәҙәниәте керамикаһы (тальк, слюда, ҡом ҡушып яһалған, тешле штамп баҫып биҙәлгән) табылған. М.Vа (Берёзки) неолит—энеолиттың күп ҡатлы торамаһы (күлдең төньяҡ‑көнбайыш яры, “Яҡтыкүл” шифаханаһы терр‑яһында). 1972 й., 1975—76 йй. тикшерелгән. 500 м2 ер асылған. Стеналары эре таштар һәм плиталар м‑н йөҙләнгән 5 ярым ер өй асыҡланған. Керамика Суртанды мәҙәниәте һауыттарынан (түңәрәк төплө, ауыҙ ситтәре тышҡа ҡарай бөгөлгән, тышы тотош һыныҡ һыҙыҡтар, ромбтар, өсмөйөштәр м‑н биҙәлгән, тальк, һирәгерәк ҡабырсаҡ йәки шамот ҡушып эшләнгән) ғибәрәт. Таштан (батырғыстар, ҡыҫҡа һаплы һөңгөләр, сүкештәр, уҡ башаҡтары, бысаҡтар, ҡырғыстар, “үтектәр” һ.б.) һәм саф баҡырҙан (ҡасау, энәләр, бысаҡтар, ҡойолмалар, беҙҙәр) яһалған әйберҙәр, хайуан (ат, һыйыр малы һәм ваҡ мал, мышы) һөйәктәре табылған. М. материалдары РФА‑ның Археология ин‑ты (Мәскәү) фондтарында һаҡлана.

Г.Н.Матюшин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019