Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРСУАТ, археологик ҡомартҡы

Просмотров: 1073

БЕРСУАТ, Һынташты мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡ аҙағы — 2‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. Силәбе өлк. Наследницкий ҡасабаһынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Берсуат й. (Тубыл й. басс.) һул ярында урынлашҡан. 1996 й. Г.Б.Зданович, Т.С.Малютина, И.М.Батанина тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Тораманың (майҙаны 30 мең м2, 140 м2 асылған) һаҡ системаһы (киңлеге 13—14 м) бар, ул 2 ҡат стенанан һәм уратып ҡаҙылған соҡорҙан тора. Соҡор (тәрәнлеге 1—1,3 м, киңлеге 3,5 м) стенанан бер ни тиклем алыҫлыҡта ҡаҙылған һәм ш. уҡ һаҙлыҡлы ерҙе киптереү канауы сифатында файҙаланылған. Тышҡы һаҡ стенаһы эскеһенә биш радиаль стена (эске стенаның тыш яғы буйлап үткәрелгән тар ғына коридор ярҙамында бер-береһенә бәйләнгән) м‑н тоташҡан. Һаҡ стеналарының эске яғына трапеция йәки тура мөйөш рәүешендә төҙөлгән торлаҡтарҙың (оҙонлоғо 8—15 м, киңлеге 7—8 м) тығыҙ рәттәре береккән. Тышҡы әйләнәлә — 54, эскеһендә 13 торлаҡ булғанлығы асыҡланған. Торлаҡтарҙың нигеҙ соҡоро үҙәккә табан тәрәнәйә төшкән. Ҡаҙыу эштәре һөҙөмтәләре б‑са һаҡ стеналары һәм торлаҡ конструкциялары нигеҙен балсыҡ цоколь һәм бағаналы каркас тәшкил итә, тигән фараз яһарға мөмкин. Ҡайһы бер торлаҡтарҙың һаҡ стенаһы аша һалынған тар ғына ишеге булған. Торлаҡтар янында хужалыҡ соҡорҙары, балсыҡ көмбәҙле ҡоҙоҡтар, төтөн сығыу юлы (иҙәнгә беркетелгән) булған көнкүреш усаҡтары һәм бәләкәй генә металл иретеү мейестәре урынлашҡан. Торамала бронза бысаҡтар, сым, балыҡ ҡармаҡтары, беҙ, таш эш ҡоралдары, керамика, металлургия шлагы табылған.

Б. материалдары Арҡайым ҡурсаулығының тарихи-мәҙәни фондтарында (Силәбе өлк.) һаҡлана.

Әҙәб.: Зданович Г.Б., Батанина И.М. Аркаим — Страна городов: пространство и образы. Челябинск, 2007.

И.М.Батанина, Г.Б.Зданович, Т.С.Малютина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019